-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 11:00

Күп функциялы мәҙәни үҙәк буласаҡ

Бишбүләк районының Айыт ауылы Фәтих Кәримов, Илдар Ғимаев кеүек шәхестәре менән билдәле.

Унда 1 меңдән ашыу кеше йәшәй. 2019 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса ауылдың иҫке клубы төҙөкләндерелә башлағайны, бөгөнгә күп эштәр башҡарылған инде. Тыштан яңыртылған, тамаша залы, сәхнә лә үҙгәртелгән. Китапхана, уйын бүлмәләре, Илдар Ғимаев музейы ла яңы төҫ алған. Заманса ҡорамалдар ҙа алынасаҡ. Төҙөкләндереүгә бөтәһе 22 миллион 300 мең һум аҡса бүленгән.
Яңыртылған мәҙәниәт һарайында фольклор, вокал, хореография һәм башҡа йүнәлештәр буйынса төрлө йәштәгеләр өсөн коллективтар тупланасаҡ.
Читайте нас в