Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:14

Китапханалар яңыртыла

"Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проекты нигеҙендә республика китапханалары һанлы заманға ярашлы үҙгәртелә.

Быйыл яңыртылған 3 китапхана уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асырға әҙер. Улар Дүртөйлө районы Әсән ауылында, Туймазы районы Ҡандара ҡасабаһында һәм Благовар районы үҙәгендә урынлашҡан. Әле тағы Илеш районы Андреевка ауылы китапханаһы ла Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурста еңеп, федераль проектҡа индерелгән. Уға ҡаҙнанан 5 миллион аҡса бүленәсәк һәм моделле китапхана итеп үҙгәртеләсәк. Яңы быуын учреждениеһы ауылдың мәҙәни үҙәгенә әйләнер, тип көтөлә.
Читайте нас в