Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 17:16

Мәжит Ғафуриҙың юбилейы ҙурлап үткәреләсәк

20 июлдә Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәтендә ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Китап күргәҙмәләре, синыф сәғәттәре, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреү планлаштырыла. Интернет селтәрендә "Шағирҙар шағирҙы уҡый" тигән халыҡ-ара әҙәби-сәнғәт конкурсы иғлан ителгән. Унда ҡатнашыу өсөн шағирҙың үҙенең шиғырын йәки уға арнап яҙылған әҫәрҙе тасуири уҡып, видеояҙмаһын 25 октябргә тиклем бәйгенең рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған сарала бүләкләнәсәк.
Читайте нас в