-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 16:08

Сит телдән имтихан мотлаҡ булмаҫ, ахырыһы

Вице-премьер Татьяна Голикова, 2022 йылдан сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы мотлаҡ буласаҡ, тигәнен иҫләйһегеҙҙер.

Быға Ата-әсәләр милли комитеты ҡаршы булды һәм Мәғариф министрлығына ла мөрәжәғәт иткәйне. Әле килеп, Мәғариф министрлығы яңы бойороҡ проектын әҙерләгән. Уның буйынса сит тел мотлаҡ имтихандар исемлегенә инмәйәсәк, тиелә. Был проект ҡына, әлбиттә. Уны тикшерәсәктәр әле. Шулай ҙа, сит телдең мотлаҡ булмауы һәйбәтерәктер. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Сит телдәрҙе белеү бик яҡшы ла ул, әммә сит телдән имтихан тапшыра алмайынса, аттестатһыҙ ҡаласаҡ йәштәр йәл...
Читайте нас в