-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 18:33

Яңы уҡыу алдынан балаларға коронавирусҡа тест үткәрелерме?

Был һорауға республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин үҙ фекерен белдерҙе.

– Ярты миллион бала – тиҙ арала быны эшләү мөмкин дә түгел. Әгәр ҙә республикала көнөнә 5 мең тикшереү эшләнһә лә, был күпмегә һуҙылыр. Беренсенән, бындай юл талап ителеүенә ышанмайым. Икенсенән, ПЦР-диагностика бөгөнгөнө генә күрһәтә. Ә иртәгә бала кем менән бәйләнешкә инер? Яңы уҡыу йылы алдынан ПЦР-тест йәки антиматдәләргә тест үткәреү кәрәклеге юҡ, тип уйлайым, – тине Айбулат Вәкил улы.
Читайте нас в