-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 12:19

Еңеүсе команда Бөтә Рәсәй онлайн-турнирында көсөн һынаясаҡ

Белем биреү учреждениелары араһында шахмат буйынса «Аҡ ладья» республика ярыштары тамамланды.

Ул онлайн-форматта үткәйне. Финал этабында 31 команда көсөн һынаны. Ә республика һайлап алыу ярыштарында 200-ҙән ашыу команда ҡатнашты.
Һөҙөмтәләр буйынса Мәләүездең 1-се гимназия командаһы еңеүсе булды, икенсе урында – Стәрлетамаҡтың 1-лицейы, өсөнсө урынды Шишмәләге 1-се мәктәп командаһы яуланы. Мәләүез уҡыусылары беҙҙең республика данын сентябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй онлайн-турнирында яҡлаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас в