Бинаны йылытҡандар, электр, канализация, һыу менән тәьмин итеү системалары, тәҙрәләре, түшәм япҡысы алмаштырылған, стеналары яңыртылған. Төп залда сәхнә тулыһынса икенсе төҫ алған. Ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдары тегелгән. Унан тыш, мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр балалар бүлмәһе барлыҡҡа килгән. Бейеү залы уңайлылығы менән ылыҡтыра, спорт залына яңы тренажёрҙар алынған.
Бындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, мәҙәниәт йортон яңыртыу – улар өсөн ҙур ваҡиға. Коронавирус инфекцияһы буйынса сикләүҙәр алынғас, асыу тантанаһы ла үткәрергә уйлайҙар.
Әйткәндәй, Көҙәй ауылында 3 меңдән ашыу кеше йәшәй, 200-ҙән ашыуы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән байрам сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт йорто 1958 –1959 йылдарҙа һалынған, бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән булған.