Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 16:20

Бәйгелә 20 еңеүсе билдәләнәсәк

«Әҙәби геройҙар галереяһы» белем биреү программаһы сиктәрендә рецензиялар конкурсы старт алды. Уны Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы мәғариф министрлығы һәм «Яндекс» компанияһы менән берлектә ойоштора.

Уҡыусыларға мәктәп программаһынан әҙәби әҫәргә рецензия яҙырға тәҡдим ителә. Конкурста ике йәш төркөмөндәге балалар – V - VIII һәм өлкән синыфтар ҡатнаша ала. Ғаризаны ошо электрон форма буйынса https://forms.yandex.ru/u/5f24190373de251be9c43e50/ тултырырға һәм шунда уҡ рецензияны ла ебәрергә кәрәк. Бәйге 22 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Эштәр һөҙөмтәһе буйынса 20 еңеүсе билдәләнәсәк.
Читайте нас в