-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 10:01

Яңы уҡыу йылында 43 спорт залы ремонтланасаҡ

Республикабыҙҙың 228 ауыл мәктәбендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңыртыласаҡ. Был хаҡта мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был ҙур проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән килешеү төҙөлгән дә инде.
– Проект спорт залдарын һәм майҙансыҡтарҙы яңыртыуҙы, шулай уҡ мәктәптәге спорт клубтарын үҫтереүҙе талап итә, – тип аңлатма бирелә мәғариф һәм фән министрлығынан.
Яңы уҡыу йылында ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа 43 мәктәп спорт залын ремонтлау планлаштырыла. Әлеге масштаблы проект «Демография» һәм «Мәғариф» милли проекттары сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.


Читайте нас в