-14 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 17:47
«Юлдаш» радиоһы «Сәләм, студент!» тамашаһын тәҡдим итә
Пандемия шарттарына бәйле быйыл уның форматы үҙгәргән. Студенттар өсөн тамаша 1 сентябрҙә киске сәғәт 7-нән 11-се яртыға тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Ҡурай» каналы һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн ойошторола.
«Концерт онлайн, әммә бүләктәр барыһы ла ысынбарлыҡта буласаҡ!» – тип хәбәр итәләр ойоштороусылар «Бәйләнештә» селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә.
Ә конкурстарҙа ҡатнашып, отоу өсөн нимә эшләргә һуң?
«Бәйләнештә» селтәрендәге
https://vk.com/uldash_fm
төркөмөндәге яҙманы үҙеңә күсереп ҡуйырға кәрәк. Бәлки, репост бәйгеһендә бәхет йылмайыуы бар.
Йәштәр араһында йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн яратҡан йырыңды видеояҙмаға төшөрөп,
[email protected]
электрон почтаһына ебәреү талап ителә. Иң яҡшы видеояҙма авторының эше телевизион эфирҙа күрһәтелә һәм бүләкләнәсәк.
Фотолар конкурсында ҡатнашабыҙ тиһәгеҙ, студент йылдарындағы фотоһүрәттәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Уларҙы
#сәләмстудент20
#юлдаш20
хештэгтары менән билдәләргә кәрәк.
Социаль селтәрҙәге «Юлдаш» радиоһы төркөмдәренә яҙылыу мотлаҡ! Еңеүселәрҙе «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары 1 сентябрь көнө тура эфирҙа бүләкләйәсәк.
Читайте нас в