«Өләсәйем һандығы» флешмобында ҡатнашығыҙ
Өләсәйегеҙ һандығында нимәләр һаҡлана? Улар нимә хаҡында һөйләй? Унда, моғайын, башҡаларға күрһәтерлек әйберҙәр барҙыр? Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә улар ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
Республика халыҡ ижады үҙәге 9-ынан 11 сентябргә тиклем «Өләсәйем һандығы» флешмобында ҡатнашырға саҡыра. Бының өсөн ғаилә ҡомартҡыларығыҙ тураһында видеояҙма төшөрөп, #бабушкинсундучокУФАРЦНТРБ хэштегы менән үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрегеҙгә ҡуйырға кәрәк. Әлеге флешмоб Милли кейем көнө уңайынан үткәрелә.