Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ҡаланың стоматология поликлиникаһынан балаларҙың теш табибы һәм шәфҡәт туташы ҡарай. Яңы уҡыу йылынан 980 бала улар ҡарауы аҫтында буласаҡ.
– Беҙҙең мәктәп базаһында сифатлы медицина ярҙамы алыуға ата-әсәләр, педагогия коллективы һәм уҡыусылар ҙа шат. Ҡайҙалыр барып йөрөргә, яҙылырға, сиратта ултырырға ла кәрәкмәй, – тип тәьҫораттары менән бүлеште 1-се мәктәптең директоры Рушан Дияров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт йылмайыу» модуле «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.Шуға ярашлы 800-ҙән ашыу уҡыусыһы булған республикабыҙ мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыла.