-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 17:10

Баймаҡта – батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа граффити

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттарына Әҙеһәм Әлибаев менән Миңлеғәле Шайморатовтың портреттары граффити ысулында төшөрөлгәйне. Улар бөгөн ҡаланың бер биҙәгенә әйләнгән.

Сираттағы граффити халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышлана. Ул геройыбыҙҙың исемен йөрөткән проспекттың 27-се йортонда урын аласаҡ.Был граффитины яҡташтары рәссам-альпинистар Фәнис Ҡурмашев менән Альберт Сәйетҡолов ижад итә. Бөгөн был күренеш баймаҡтарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Уның тиҙерәк асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә бар район халҡы.
Киләсәктә тағы ла бер яҡташтары – Бәҙри Мәмбәтҡоловтың портреты төшөрөләсәк икән. Афарин! Баймаҡ көндән-көн матурая, төҙөкләндерелә.
Фото "Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас в