-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:34

«Лицей» онлайн-сервисы уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән

Яңы уҡыу йылынан «Ростелеком» яңыртылған һәм киңәйтелгән «Лицей» онлайн-сервисын тәҡдим итте. Хәҙер бында бөтә мәктәп программаһы фәндәре буйынса (физкультуранан тыш) видеодәрестәр менән танышырға була.

Әлеге «Лицей» контенты I – XI синыф уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, программалар буйынса онлайн уҡырға мөмкинлек бирә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр платформала төшөрөп ҡалдырған йәки ауыр темаларҙы ҡабатлай, өйгә эште төшөнә, тренажёр һәм тестар ярҙамында интерактив формала белемдәрен нығыта ала. Программаның видеодәрестәрен Рәсәйҙең 60-тан ашыу алдынғы мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үткәрә. Мәктәп программаһынан тыш, үҫеш өсөн файҙалы курстар ҙа бар.
Читайте нас в