Ағас ултырыу акцияһы "Экология" милли проекты максаттарына ирешеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
"Йәшел Башкортостан" 19 сентябрҙә Хәйбулла районында старт ала. Унда муниципалитеттар башлыҡтары аллея ултыртасаҡ.
Ошо уҡ көндө бөтә ҡала һәм райондарҙа өмәләр үтәсәк. 26 сентябрҙәге "Еңеү урманы" акцияһына ла халыҡ дәррәү ҡушылыр, тип көтөлә. Фаразлауҙарынса, өмәгә 100 меңдән ашыу кеше сығасаҡ, 25 мең үҫенте ултыртыласаҡ.
Һәр районда Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Сараларҙы тейешле санитар талаптарҙы үтәп уҙғарыу күҙаллана.