-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 17:05

Әбейҙәр сыуағы башланамы?

Әле көндәр бер аҙ йылынырға тора, буғай. Әбейҙәр сыуағы булырмы? Был һорау бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Кемдер әле баҡсаһында көҙгө эштәрен бөтөрмәгән, сәскәләре лә күҙҙен яуын алып, атып ултыралыр...

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгенән, йәғни 24 сентябрҙән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һауа торошо яуым-төшөмһөҙ һәм ҡояшлы буласаҡ. Төндәрен урыны менән ҡайһы бер райондарҙа 3 градусҡаса тиклем һыуытһа ла, көндөҙ термометр бағанаһы 14 - 19 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Бындай һауа торошоноң киләһе аҙнала ла һаҡланыуы көтөлә.
Читайте нас в