Ике ил етәксеһе Таулы Карабах конфликты зонаһында хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуы хаҡында фекер алышты. Рәсәй яғынан был ҡатмарлы хәлде туҡтатыу өсөн барыһы ла эшләнәсәк,тип белдерҙе Путин. Һөйләшеү ваҡытында бөтә көстө һалып, тыныслыҡ урынлаштырыу кәрәклеге билдәләнде. Ә иң мөһиме — хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу.