-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 16:31

Асҡында- Шәжәрә байрамы

10 октябрҙә Асҡын районы Асҡын ауылында республика халыҡ байрамы – «Шәжәрә байрамы» үтәсәк.

Бындай сара шәжәрәне төҙөү барышында фәнни-тикшеренеү, тыуған яҡты өйрәнеү, этнографик эшмәкәрлекте киңәйтеү, йәштәрҙе тикшеренеү һәм фәнни эшкә йәлеп итеү, халыҡтың тарихҡа, тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуын уятыу маҡсатында ойошторола. Шәжәрә байрамы Республика көнөнә, Асҡын районының 90 йыллығына ла башлана. Уның барышында «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары» фәнни-ғәмәли конферецияһы уҙасаҡ. Шәжәрә аллеяһы, оҫталарҙың эштәре, балалар араһында үткән «Шәжәрә» район конкурсы һүрәттәре, милли аш-һыу күргәҙмәләре ҡуйыласаҡ. Был көндө бәйге еңеүселәрен бүләкләү, «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» республика конкурсының гала-концерты ла көтөлә.
Читайте нас в