Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 15:41

Иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнде

Республикабыҙҙың иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары аҡсалата премиялар алып ҡыуанды. Бүләкләү тантанаһы Мәғарифты үҫтереү институтында үтте.

Быйыл республика комиссияһы тарафынан 125 педагогтың конкурс материалдары ҡаралған: шуларҙың 77-һе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 48-е – урыҫ теле уҡытыусыһы. Иң яҡшы 50 педагогҡа 50 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Әйткәндәй, 2007 йылдың 15 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын бүләкләү ҡарар ителгәйне. Ошо ваҡыт эсендә иң яҡшы 650 педагогҡа аҡсалата премиялар тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары – Туймазы ҡалаһының 6-се мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлмирә Бикбулатова, Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Камаловаларҙың да булыуына шатландыҡ. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас в