Быға тиклем мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусыларҙың ялы 26 октябрҙә башланып, 4 ноябрҙә тамамланырға тейеш ине. Хәҙер мәктәп уҡыусылары 19 октябрҙән каникулға сығасаҡ. Бындай сара һуңғы ваҡытта әүҙемләшә башлаған коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн эшләнә. Тимәк, уҡыусылар 17 көн ял итәсәк.