+2 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 10:38

Коронавирусҡа ҡаршы икенсе вакцина теркәлде

Новосибирскиҙа урынлашҡан «Вектор» вирусология һәм биотехнология дәүләт фәнни үҙәге коронавирусҡа ҡаршы икенсе «ЭпиВакКорона» Рәсәй вакцинаһын теркәне. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында Хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

Рәсәй башлығы илдә Covid-19-ға ҡаршы өсөнсө препараттың да уйлап табылыуын өҫтәне. Был вакцинаны Мәскәүҙәге Михаил Чумаков исемендәге тикшеренеүҙәр һәм иммунобиология препараттарын сығарыу федераль фәнни үҙәге эшләй.
Владимир Путин был препараттар тураһында вице-премьер Татьяна Голиковаға һөйләргә ҡушты. Уның билдәләүенсә, клиник тикшеренеүҙәр 100 кешелә үткәрелгән. Һынау үтеүселәрҙә кире тәьҫир булмаған. Яҡын көндәрҙә вакцинаның 60 мең миҡдары ризалыҡ белдергән 40 мең кешегә яһаласаҡ, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәргә лә.



Читайте нас в