-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 14:47

Стәрлетамаҡтар данлыҡлы шәхесте онотмай

Стәрлетамаҡ ҡалаһында легендар полководец Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Карл Маркс урамы, 103-сө йорт адресы буйынса ҡуйылды. Бында 1921-1922 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты урынлашҡан.

– Муса Мортазин йәшәгән һәм эшләгән йылдар бар ил өсөн фажиғәле дәүер була. Муса Лут улы – республикабыҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхес. Уға китаптар, әҙәби әҫәрҙәр арналған, Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында урамдар легендар комбриг исемен йөрөтә. Уның тыуған ауылы Көсөктә музей эшләй. Ҡаһармандың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған төйәге – районында һәйкәл асырға кәрәк, – тип һанай Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Муса Мортазин – Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец, башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре. Хәрби тарихсыларҙың абруйлы фекеренә ярашлы, ул- Ҡыҙыл Армияның бер алышта ла еңеү белмәҫ командирҙарының береһе. Стәрлетамаҡтар данлыҡлы шәхесте онотмай.
Читайте нас в