-25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 10:17

«Алты ҡыҙға бер кейәү»ҙе ҡарарға саҡырабыҙ!

«Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса «Культура.РФ» порталында Туфан Миңнуллиндың «Алты ҡыҙға бер кейәү» пьесаһы буйынса спектакль онлайн күрһәтеләсәк. Уны Краснокама районының Николо-Берёзовкалағы үҙәк мәҙәниәт йортоноң «Замандаш» татар халыҡ театры ҡуясаҡ.

Спектакль 16 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Лирик комедияла күренештәр ҡатын-ҡыҙҙар коллективы бухгалтерияһында бара. Төрлө йәштәге гүзәл заттар араһында тормошҡа төрлө ҡарашы менән бер генә ир-егет – Рәхмәтулла ағай эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар менән уның мөнәсәбәте нисек? Ни өсөн ул үҙенең тормош юлы тураһында һөйләмәй? Был һорауҙарға яуапты спектаклде ҡарағас, табырһығыҙ.




Читайте нас в