Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 17:45

Регина Яҡупова – Ҡурған һылыуҡайы

Ҡурған өлкәһендә "Һылыуҡай – 2020" Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Бында ошо ерлектәге төрлө райондарҙан башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашты.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы финалсыһы – Сафакүл ауылынан Регина Яҡупова. Ул төбәк этабында Гран-при яуланы. Беренсе урынды Субботино ауылынан Диана Ишкилдина алды, икенсе урында Сафакүлдән Юлиә Камалова, өсөнсөлә Юлиә Кинйәбулатова.
Бәйгенең финалы 3 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда иң сибәр, зирәк, һәләтле ҡыҙҙар төп башҡорт һылыуҡайы исеме өсөн көрәшәсәк. Донъялар һау булып, тиҙерәк пандемиялары үтеп китһен инде. Ошо ярыштың еңеүсеһен төп бүләк – автомобиль көтә.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас в