-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 18:57

Оҫталыҡ дәрестәре бушлай үткәрелә

Благовещенда Draw&Go Мәскәү студияһы бөтә теләүселәр өсөн дә төрлө йүнәлештә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Улар 2 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Ике аҙналыҡ оҫталыҡ дәрестәренән һуң студия ҡунаҡтарының ижади эштәренән күргәҙмә ойоштороу күҙаллана. Ә финал эштәре ҡала туҡталыштарын һәм тышҡы күренештәрҙе биҙәү өсөн ҡулланыласаҡ. Еңеүсе авторҙарға бүләк тә әҙерләнгән. Бынан тыш, урындағы рәссам уҡытыусылар өсөн бушлай интенсив-курс та уҙғарыласаҡ.
Читайте нас в