-4 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 18:37
Видеояҙмалар конкурсы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арнала
«Юл хәүефһеҙлеге. Балалар» республика фестиваленә ярашлы, 25 октябрҙән 10 декабргә тиклем белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында республика видеояҙмалар конкурсы үтәсәк. Ул балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә арнала.
Конкурс ике этаптан торасаҡ: тәүгеһе – муниципаль этап 30 ноябргә тиклем барһа, икенсеһе – республика этабы 10 декабргә тиклем. Балаларға үҙҙәренең көсөн «Анимация ролигы» (темалары – «Төп юл хәрәкәте ҡағиҙәләре», «Пассажир балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре», «Балалар – йәйәүлеләр һәм велосипедсылар»), «Социаль ролик» (темалары – «Йәйәү йөрөү ҡағиҙәһе – нигеҙҙәрҙең нигеҙе», «Боҙма!», «Юлда тәртип – минең киләсәгем»), «Йәш блогер» (Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек боҙорға ярамағанлығын күрһәткән видеояҙмалар) номинацияларында һынап ҡарарға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте
https://vk.com/club189590235
һылтанмаһы буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән