+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 14:03

«Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» проекты фильм төшөргән

«Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» проекты «Ғаилә кадрҙа» тип исемләнгән күп балалы ғаиләләрҙең конкурс еңеүселәре менән төшөрөлгән фильмды тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙың атай-әсәйҙәр һәм педагогтар ассоциацияһы Башҡортостан Башлығы грантын отоп, Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, мәғариф һәм фән, ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтары ярҙамында «Ғаилә кадрҙа» бәйгеһен ойошторғайны. Конкурсҡа 105 ғариза ҡабул ителде. Күп ғаиләләр үҙҙәренең видеояҙмаларында ниндәй кәсеп менән шөғөлләнеүҙәрен һөйләгән: берәүҙәр – икмәк бешереү, икенселәр балта оҫталығы менән булыша, өсөнсөләр умарталыҡ тота, йылҡылар үрсетә, ҡымыҙҙар эшләй.
Ә кемдәр конкурстың абсолют еңеүселәре булды, тиһегеҙме? Боланут сәйен йыйып, эшкәртеүсе Өфөнән Ватолиндар, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Солтановтар ғаиләләре. Уларға сентябрь айында Нуриман районына тематик сәйәхәт бүләк ителде. Еңеүселәр оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади һәм спорт конкурстарында ҡатнашты, Ҡыҙыл шишмә сығанағында, Павловка һыуһаҡлағысы буйлап сәйәхәттә булды, балыҡ тотоп, табыштан аш-һыу ризығы әҙерләп тә ярышты. Сәйәхәттең һәр этабы кино төшөрөү төркөмө тарафынан иҫтәлеккә ҡалдырыла барҙы. Эш һөҙөмтәһе булып «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» фильмы төшөрөлдө.
Читайте нас в