Ғаилә консультациялары көнө үткәрелә
«Айыҡ ауыл – 2020» республика конкурсына ярашлы, республикабыҙҙың барлыҡ райондарында ла нарколог, психотерапевт, психолог, ғаилә медиаторҙары ҡатнашлығында Ғаилә консультациялары көнө ойоштороласаҡ.
Был көн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Ғаилә» үҙәктәре нигеҙендә үткәреләсәк. Тәүге сара 11 ноябргә тәғәйенләнгән. Уның ҡайҙа, ҡайһы ваҡытта үткәрелеүе хаҡында Башҡортостандың ғаилә порталында www.семьярб.рф. белергә була. Ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары.