+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 09:39

Сираттағы кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.

Ҡаты сирле балаларҙы дауалауҙы финанслауға бәйле осрашыу барышында бер нисә көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында ла фекер алыштылар. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин 2024 һәм дә 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең үҫеше өсөн ҡуйылған милли маҡсаттарға ирешеүҙең берҙәм планын күрһәтте. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова төбәктәрҙә эпидемиологик хәлдең үҫеш тенденциялары һәм субъекттарҙа COVID-19-ға ҡаршы көрәшкә ярҙам күрһәтеү саралары хаҡында еткерҙе. Финанс министры Антон Силуанов — финанс секторына онлайн-технологияларҙы индереү, фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков донъя кимәлендә фәнни-белем биреү үҙәктәрен булдырыу хаҡында һөйләне.


Читайте нас в