Иғтибар, бәйге!
«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы – 2020» республика һөнәри конкурсы үтәсәк. Был турала мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр.
Бәйгелә хеҙмәт стажы ике йылдан да кәм булмаған педагогия хеҙмәткәрҙәре – тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр, музыка етәкселәре, физик культура инструкторҙары ҡатнаша ала. Ғаризалар 19 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/3.. буйынса алырға мөмкин.