Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 13:35

Иғтибар: "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021" конкурсы"!

Башҡортостанда "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021" V республика конкурсы башланды. Унда республика райондары һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Конкурста 10 номинация: "Ҡатын-ҡыҙ – әсә", "Ҡатын-ҡыҙ – лидер", "Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә", "Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы", "Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди", "Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы", "Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө", "Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре", "Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре", "Мәҙәниәттә – ҡатын-ҡыҙ".
Ғәҙәттәгесә, бәйге ике этапта уҙғарыла – муниципаль һәм республика. Муниципаль этап республика ҡалаларында һәм райондарында ойоштолола. Икенсе этап, традиция буйынса, 2021 йылдың 2 мартында Өфөлә үтә.
Еңеүселәр конкурстың төп бүләге – ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы һәм бағымсыларҙан приздар менән бүләкләнә.
Әүҙем ханымдар, һеҙҙе матур һәм шәп конкурс көтә!
Читайте нас в