+21 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 07:00

Әбүбәкер ауылында яңы модулле ФАП барлыҡҡа килде

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.

Әлеге ваҡытта уның биләмәһен матурлау эштәре алып барыла. Был фельдшер-акушерлыҡ пункты 398 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 97-еһе — 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр. Яңы бина бөтә хәҙерге заман талаптарына яуап бирә. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеты, процедура, медицина хеҙмәткәрҙәре бүлмәһе, дарыу препараттарын һаҡлау урыны, хужалыҡ блогы ла бар.
Быйыл Хәйбулла районының Оло Әбеш, Татырүҙәк ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.Йәнә Атингән ауылына ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты килтереләсәк.
Читайте нас: