-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 23:08

Олимпиадаға тиҙерәк теркәлә һал!

Теләгән уҡыу йортона имтиханһыҙ уҡырға ингең киләме? БДИ-ла 100 балл йыйырға теләйһеңме? Бәлки, айына 50 мең стипендия ла алырға хыялланаһыңдыр?

Әгәр ҙә һин химиянан шундай шәп олимпиадалар призёры икән, быға ирешә алаһың. Нисекме? Химиянан үҫмерҙәр республика олимпиадаһына килһәң, өйрәтерҙәр. Бында VII-VIII синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла.
Муниципаль (һайлап алыу) этабы 25 ноябрҙә онлайн рәүештә үтәсәк. Финалда ҡатнашыусыларҙы теоретик һәм тәжрибә турҙары, олимпиадала ҡатнашыу буйынса оҫталыҡ дәресе, химия шоуы көтә. Иң-иңдәргә бағыусылар шәп бүләктәр әҙерләгән, йәйге «Изотоп» химия мәктәбенә саҡырыу ҙа тапшырыласаҡ.
Дуҫтар, http://anodrb.ru сайтында тиҙерәк теркәлә һалып, эштәрҙе онлайн үтәп ебәрә һалығыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, http://anodrb.ru сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас в