-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 16:15

"Мисс Өфө – 2020" һылыуҡайы – Илүзә Иҫәндәүләтова

Өфөлә "Мисс Өфө – 2020" матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 12 һылыуҡай ҡатнашты.Конкурс һөҙөмтәләре буйынса "Мисс Өфө – 2020" исемен һәм төп бүләкте 20 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яуланы. Ул – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курсы студенты. Заманса бейеүҙәр, керамика, һүрәт төшөрөү һәм моделинг менән мауыға. Шулай уҡ саңғыла шыуырға һәм баскетбол уйнарға ярата.

"I вице-Мисс Өфө" – Карина Селиванова, "II вице-Мисс Өфө" – Юлия Казакова, "III вице-Мисс Өфө" – Альбина Абдуллина һәм"IV вице-Мисс Өфө" исемдәрен Диана Билалова яуланы.
"Йәш Өфө һылыуҡайы" һәм "Тамашасылар һөйөүе" исемен Аделина Сәлимова алды. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
Фото: https://vk.com/miss_bashkortostan
Читайте нас в