-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 08:17

Тағы ла Таулы Ҡарабах хаҡында фекер алыштылар

Төрөк яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән телефондан һөйләште.

Бында Таулы Карабах буйынса 9 ноябрҙә теркәлгән өс яҡлы килешеүҙең тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында ентекләп фекер алыштылар. Владимир Путин утты туҡтатҡан һәм халыҡтың хәүефһеҙ йәшәүен тәьмин иткән Рәсәй тыныслыҡ һаҡлаусыларының эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ ҡасаҡтарҙың ҡайтыуы менән бәйле килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү, инфраструктураны тергеҙеү, дин һәм мәҙәни объекттарын һаҡлау кәрәклеге лә тураһында ла белдерелде. Ҡапма-ҡаршылыҡ зонаһында бөтә хәрби хәрәкәттәрҙе һәм утты туҡтатыуҙы күҙәтеү буйынса үҙәк булдырыуҙа алып барылған эштәр хаҡында фекерҙәре менән дә уртаҡлаштылар. Аралашыу барышында сауҙа-иҡтисад бәйләнешен әүҙемләштерергә йүнәлтелгән көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Коронавирус инфекцияһы менән көрәш тә ситтә ҡалманы, вакцинаны етештереү һәм ҡулланыуҙы арттырыу мөһимлеге билдәләнде.





Читайте нас в