-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 13:30

“Йәншишмә” эстафетаһы – Сибай ҡалаһында

Әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Республикабыҙҙың әүҙем уҡытыусылары ла матбуғат баҫмаларының яҙмышына битараф түгелдәр. Афариндар!Әлеге эстафетаны дауам итеп, Салауат ҡалаһындағы 18-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Сәйфулла ҡыҙы Шәмсетдинова уны сибайҙарға тапшыра!

Улай ғына түгел, Салауат ҡалаһында эшләгән әүҙем уҡытыусылар Флүрә Муса ҡыҙы Хәйретдинова менән Рәмилә Вәлиәхмәт Төхвәтуллина ла был акцияға ҡушыла. Әйткәндәй, Илеш районының Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Лилиә Валерий ҡыҙы Фазлыева ла "Йәншишмә"гә яҙылды. Бик хуп!
Артабан "Йәншишмә" эстафетаһын Сәриә Сәйфулла ҡыҙы студент саҡтағы һабаҡташы Сәриә Билал ҡыҙы Буранғоловаға һәм уның хеҙмәттәштәре Дилбәр Әкрәм ҡыҙы Абдрахманова менән Илүзә Баязит ҡыҙы Насироваға тапшыра. Улар барыһы ла Сибайҙағы 1-се мәктәптә эшләй! Уңыштар һеҙгә, сибайҙар!
Читайте нас в