Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 10:04

514 кеше электрон курста уҡыны

"Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы Яңауыл районы ойошмалары һәм учреждениелары, урындағы үҙидаралыҡ органдары хеҙмәткәрҙәре һанлы иҡтисад компетенциялары буйынса уҡыу үтте.

Әлеге электрон курсты иҡтисад һәм социаль өлкәлә шөғөлләнгән 514 кеше үҙләштерҙе. Ошо йүнәлештә тыңлаусылар һаны буйынса Яңауыл районы лидерҙар рәтенә инде. Уҡыу заманса веб-технологиялар ҡулланып, "Башҡортостан Республикаһы электрон белем биреү" платформаһында үткәйне.

—Был уҡыу курсы хеҙмәткәрҙәргә һанлы грамоталылыҡ өлкәһендә оҫталыҡтарын арттырырға ярҙам итә, — тип белдерҙе Яңауыл районынан муниципаль хеҙмәт, кадрҙар эше һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса бүлек етәксеһе Гөлшат Хәзипова.
Уҡыу һөҙөмтәһе буйынса тыңлаусыларҙың һәр береһенә белемдәрен арттырыу буйынса танытма биреләсәк.


Читайте нас в