7 декабрҙә Альбина Сөләймәнова менән "Таҙа ҡала" компанияһына онлайн-экскурсия көтөлә. Ул киске сәғәт 4- тә башланасаҡ.
9 декабрҙә "Йәшел Башҡортостан" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Максим Некрасов "тура эфир" ойоштора. Уның темаһы яһалма һәм «тере» шыршыларға арналасаҡ. Киске сәғәт 7-лә башлана.
10 декабрҙә Анна Войтюкова һәм саҡырылған эксперт ҡулланылған әйберҙәр, әйберҙәрҙе һатыу урындары хаҡында һөйләшәсәк. Киске сәғәт 7-лә ҡарай алаһығыҙ.