-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 11:03

Ишек алдында шашлыҡ ҡыҙҙырыу тыйыласаҡ

Алдағы йылдан ишек алдында шашлыҡ ҡыҙҙырыу рөхсәт ителмәйәсәк.

Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлектең яңы ҡағиҙәләре буйынса, Рәсәй халҡына хатта шәхси йорт биләмәһендә лә асыҡ утта аҙыҡ бешереү тыйыласаҡ. 2021 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә ингән документҡа ярашлы, сүп-сар яндырырға ла ярамаясаҡ.
– Тораҡ пункттарҙың дөйөм ҡулланыу ерҙәрендә, шулай уҡ шәхси йорт биләмәләрендә усаҡ яғыу, аҙыҡ бешереү өсөн асыҡ ут ҡулланыу тыйыла, – тиелә яңы ҡағиҙәләрҙә. Кәйефегеҙҙе төшөрөп ебәрмәгеҙ, махсус йыһазландырылған урын булһа, мөмкин икән.
Читайте нас в