-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 19:08

Оҙаҡламай премьера көтөлә

Дуҫтар, 18 - 19 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында Николай Крашенниковтың «Амеля» романы буйынса пластик спектаклдең премьераһы көтөлә.

Уны ҡуйыу буйынса художество етәксеһе – Айрат Әбүшахманов, пластика режиссёры – Алина Мостаева. Башҡорт теленә Динара Ҡәйүмова тәржемә иткән. Инсценировка авторы – Азалиә Балғазина. Художество һәм музыкаль яҡтан биҙәү өсөн Санкт-Петербургтан сәхнә белгесе, кейемдәр буйынса рәссам Екатерина Малинина, композитор, музыкант Олег Гудачёв саҡырылған.
Ролдәрҙе Урал Әминов, Гөлнара Әмирова, Алмас Әмиров, Ринат Баймырҙин, Алһыу Бәхтиева, Азат Вәлитов, Алһыу Ғәлина, Лилиә Ғәлина, Илгизә Ғилманова, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙабаева, Юнир Ҡоланбаев, Фатима Нуриева, Морат Рафиҡов, Фәнис Рәхмәтов, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хәйсарова, Руслан Хәйсаров, Зиләрә Юлтаева башҡарасаҡ. Спектакль ҡуйыу менән Урал Иҙелбаев етәкселегендәге театр оркестры музыканттары ла шөғөлләнә. Пластика, бейеү һәм музыка спектакле башҡорт, урыҫ һәм француз телдәрен үҙ эсенә ала.
Әлеге әсәрҙә урыҫ дворяндары мөхитендә тол ҡалған профессор ҡатында тәрбиәләнгән етем башҡорт ҡыҙы яҙмышы хаҡында һүҙ бара. Амеляны һәр ваҡыт тыуған иленең символына, юғалған нәҫел тамырҙарын хәтерләтеүсе маяҡҡа әйләнгән далаларҙың саҡырыуы борсоуға һала. Ҡыҙҙың башҡорттарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, уның тыуған төйәге хаҡында тәрән борсолоуҙары генетик хәтер, ҡан тартыуы менән белдерелә.
Читайте нас в