Ул яратҡан баҫмабыҙҙы Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбенә бүләк итте. Иршат Ишбулат улына эшендә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуҙа үҙ өлөшөн индереп, битараф ҡалмауы башҡа етәкселәргә лә өлгө булһын ине.
Гәзит-журналдарыбыҙҙы уҡыйыҡ, театрҙарыбыҙға йөрөйөк, милләттәштәр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Беҙ – кеше» тигән поэмаһында шундай юлдар бар:
Телһеҙ башҡорт кем булыр –
Телен белмәгән шул булыр,
Моңһоҙ башҡорт кем булыр –
Моңон һөймәгән шул булыр.
Ғәмһеҙ башҡорт кем булыр –
Йоҡлап йөрөгән шул булыр.
Заңһыҙ башҡорт кем булыр –
Йолаһын онотҡан шул булыр,
Хисһеҙ башҡорт кем булыр –
Милли тойғоһоҙ шул булыр,
Битһеҙ башҡорт кем булыр –
Телһеҙ, моңһоҙ, ғәмһеҙ, заңһыҙ, хисһеҙ, битһеҙ башҡорт булмайыҡ! Йәнһеҙ кеше булмайыҡ...