-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 10:26

Эммануэль Макрон менән нимә хаҡында фекер алыштылар?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән телефондан аралашты.

Ике ил лидеры Таулы Ҡарабах янындағы хәл-ваҡиғаны ҡараны. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, төбәктә хәл-торош стабилләшә, 9 ноябрҙә Рәсәй, Әзербайжан Президенттары һәм Арменияның Премьер-министры тарафынан төҙөлгән өс яҡлы килешеү эҙмә-эҙлекле үтәлә. Баҡы һәм Ереван һорауы буйынса халыҡтың хәүефһеҙлеген һәм һуғышты туҡтатыу режимын тәьмин иткән Рәсәй тыныслыҡ һаҡлаусыларының уңышлы эше билдәләнде. Шулай уҡ Таулы Ҡарабахтағы эште яйға һалыуҙа ике яҡлы хеҙмәттәшлекте дауам итеү әҙерлеге иҫбатланды. Көнүҙәк мәсьәләләрҙән – ҡасаҡтар ҡайтыуына бәйләнгән гуманитар проблемалар, инфраструктураны тергеҙеү, дини һәм мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлау аталды.
Сүриәләге һәм Ливиялағы хәҙерге хәл-ваҡиғалар хаҡында ла фекер алыштылар. Шулай уҡ коронавирус пандемияһы менән көрәш буйынса көнүҙәк мәсьәләләргә лә ҡағылдылар. Владимир Путин Эммануэль Макронды үтеп киткән тыуған көнө менән ҡотланы һәм уға тиҙерәк һауығыуын да теләне.



Читайте нас в