Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 10:30

Президент Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеомөрәжәғәтендә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотланы.

— Быйыл Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 30 йыллығын билдәләй. Бөтә ошо йылдар һуҙымында, һәр этап үҫешендә һеҙҙең ведомствоғыҙ алыштырғыһыҙ һәм берҙән-бер булып ҡала, уның төп маҡсаты — ил граждандарын, уларҙың тормошон, һаулығын, мөлкәттәрен тәбиғәт һәм техноген ҡурҡыныстарынан ышаныслы һаҡлау, иҫкәртеү, уларҙы булдырмауға юл ҡуймау, бәләгә тарығандарға тиҙ һәм эффектив ярҙам күрһәтеү.
Ошо көндә ведомство ветерандарына һәм, әлбиттә, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөтә коллективына быйылғы һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Әлеге көндә һеҙ хәл иткән изге, ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе — Таулы Ҡарабах халҡына гуманитар ярҙамды ойоштороу. Шуны ла өҫтәп үткем килә: 30 йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан сит илгә 500- ҙән ашыу гуманитар ярҙам оҙатылған. Был - һеҙҙең эшегеҙҙең мөһим тармаҡтарының береһе, тип иҫәпләйем. Ҡайҙа иң кәрәкле әйберҙәр — аҙыҡ-түлек, дарыу, кейем-һалым алып барып еткереүе бигерәк тә ауыр, шунда Рәсәйҙең ярҙам итеүен, ҡотҡарыусыларын, белгестәрен ебәреүен, кешеләргә ашығыс һәм медицина, психологик ярҙам күрһәтеүҙәрен барыһы ла белә.

Беҙҙең илдең халҡы һеҙҙең менән ғорурлана. Алдағы көндәрҙә лә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре үҙҙәренең эштәрен лайыҡлы башҡарыр, тигән ышаныстамын, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.



Читайте нас в