+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 11:08

Бөгөн – Сәләмәтлек көнө

Яңы йыл календары буйынса, бөгөн республикабыҙҙа – Сәләмәтлек көнө.

Һаулыҡ – беҙҙең ҙур байлығыбыҙ. Өр-яңы йылдың тәүге көнөнән башлап, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара башлайыҡ. Иртән торғас та, физик күнегеүҙәр яһау сәләмәтлеккә бик файҙалы. Спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү ҙә организмға бик ыңғай йоғонто яһай. Ғаилә менән сана, саңғы, конькиҙа шыуырға йөрөргә була. Саф һауаға сығып йөрөгөҙ. Юҡҡа ғына, 2021 йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителмәне бит. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, әүҙемерәк булайыҡ, көнөбөҙҙө өйҙә генә үткәрмәйек!
Читайте нас: