-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 14:40

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтәсәк

21–23 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙасаҡ. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, бәйге быйыл «Туған тел донъяһы» порталында һәм zoom онлайн-конференциялар платформаһында дистанцион рәүештә ойошторола.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өс эш төрө – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт буйынса тест яҙасаҡ, яҙма һәм телдән эштәр (әңгәмә йәки мәҡәлә хаҡында фекер алышыу) үтәйәсәк. Республика бәйгеһендә республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан телһөйәр уҡыусылар, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән милләттәштәребеҙ ҡатнашасаҡ.
Читайте нас в