-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 11:50

«Ҡаңны ере» документаль фильмын Гүзәл Ғәлләмова төшөргән

«Ҡаңны ере» документаль фильмы «Ер һүҙе» халыҡ-ара һанлы проекты буйынса төшөрөлгән. Әлеге проект Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.

–Проектта ҡатнашыу һәм Булат Йосоповтың киномәктәбендә алған белемдәр туған телдәге ошондай фильмды төшөрөү мөмкинлеге бирҙе. Проект ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Онлайн-уҡыу форматы ла бик уңайлы булды.
«Ҡаңны ере» документаль фильмын төшөрөү Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында үтте. Был кино ауылдың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, легендаларына, телгә арналған. Уның үҙәгендә – тыуған ҡаңны ерендә бөтә ғүмере буйы хеҙмәт иткән ябай ауыл халҡы.
Фильмды унда ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа йылы ҡабул итте. Киләсәктә уның дауамы төшөрөлөүенә өмөт итеп, тағы ла ҡарарға теләп, мәҙәниәт йортонан күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Фильмдан һуң ҡысҡырып рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. Кино эше авторы булараҡ, был- минең өсөн иң ҡыуаныслы мәл. Район мәҙәниәт йортонда 21 йыл эшләйем, фильмдағы геройҙар менән күп йылдар танышмын, – ти фильмдың авторы Гүзәл Ғәлләмова.
Документаль киноны ҡарағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо. Тамашасылар фильм тураһында баһаламаларын яҙма һәм видео форматта ҡалдырҙы.
Читайте нас в