Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 11:22

Абитуриенттарға консультациялар үткәрелә

– Әгәр ҙә һин абитуриент икәнһең, һорауҙарың йыш тыуа, уҡырға инер алыр алдынан ҡурҡыу тойғоһо ла барлыҡҡа килә. Беҙҙең «5К» һөнәри йүнәлеш биреү үҙәге абитуриенттар өсөн консультациялар үткәрә, – тип хәбәр итәләр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә.

Киләсәктә ниндәй өлкәне һайларға? Ҡайҙа уҡырға инергә, ниндәй һынауҙар тапшырырға? Нисек талап ителгән һөнәр кешеһе булырға, күңелең тартҡан һөнәрҙе нисек табырға? Күп осраҡта үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо, үҙеңдең ҡыҙыҡһыныуҙарыңды һәм һәләттәреңде үҫтермәү һөнәр һайлауға ҡасасаулай.
Был йәһәттән БДПУ-ның «5К» йүнәлеш биреү үҙәге белгестәре һәм психологтары ярҙамға килер. Улар көн һайын һөнәри һәләттәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән диагностика үткәрә, төрлө һорауҙар буйынса буласаҡ абитуриенттарға консультациялар бирә, уҡыу йортондағы уҡыу йүнәлештәре менән дә таныштыра. Тулыраҡ мәғлүмәтте bspu.ru/news/13443 сайтында алырға мөмкин. Консультацияға ошо телефон буйынса 8(347) 246-75-33 яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас в