+8 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 12:04
Башҡортостан уҡыусылары өсөн финанс грамоталығы буйынса дәрестәр башлана
21 ғинуарҙан Башҡортостанда финанс грамоталығы буйынса Рәсәй банкының онлайн-дәрестәре старт ала. Улар мәктәп, колледж уҡыусылары, шулай уҡ балалар йорттары һәм интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн үткәрелеп, 23 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Быйылғы онлайн-дәрестәргә өйҙә шәхсән дә ҡушылырға була. Расписание 19 теманы үҙ эсенән алған 7 модулдән тора. Йәш тыңлаусылар һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса, кредиттар, страховкалау, бизнес өсөн финанс алымдары, һалым һәм пенсия тупланмалары хаҡында беләсәк, шулай уҡ банк картаһын нисек хәүефһеҙ ҡулланырға, мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға өйрәнәсәк. Яңы расписаниела инвестицион грамоталыҡ буйынса дәрестәр ҙә бар. Бер дәрестең оҙонлоғо – 45 минут. Финанс грамоталығы буйынса дәрестәр хаҡында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса
https://dni-fg.ru/
белергә була.
Әйткәндәй, 2018 – 2020 йылдарҙа финанс грамоталығы буйынса Рәсәй банкының онлайн-дәрестәрендә 5 миллион 500 меңдән ашыу йәштәр һәм үҫмерҙәр ҡатнашҡан.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...