Фотоконкурс: «Минең Тыуған илемде һаҡлаусы»!
25 ғинуарҙан 18 февралгә тиклем Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан «Минең Тыуған илемде һаҡлаусы» тигән фотоконкурс ойошторола. Унда 6 йәштән һәм унан өлкәндәр ҡатнаша ала.
Был бәйгегә jpg форматында ир-егет эше менән шөғөлләнгән улдар, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар фотоһүрәттәре ҡабул ителә. Уларҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк, хаттың темаһында «Минең Тыуған илемде һаҡлаусы» фотоконкурсына» тип яҙыу мотлаҡ. Фотоларҙа Рәсәй хәрби символдарын ҡулланыу рөхсәт ителә. Үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе һәм эштең исемен күрһәтергә лә онотмағыҙ. Фотоларҙы компьютер программалары ярҙамында эшкәртергә лә мөмкин. Конкурс ике этапта үтәсәк. Тәүге этапта – 25 ғинуарҙан 9 февралгә тиклем ғаризалар һәм эштәр йыйыла. Икенсе этапта – 12-нән 18 февралгә тиклем Өфө ҡала округының үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһының рәсми сайтында https://ufa-lib.ru тауыш биреү уҙасаҡ. Фотоконкурсҡа йомғаҡ 19 февралдә яһаласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға була.