+23 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 18:01

Юғары уҡыу йортона инмәгәндәр өсөн һынау үткәреү үҙенсәлектәре

Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған XI синыф уҡыусылары аттестат алыу өсөн сығарылыш дәүләт имтиханы рәүешендә ике мотлаҡ фәнде – урыҫ теле һәм математиканы тапшырырға тейеш. Ә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр сығарылыш дәүләт имтиханын йәки урыҫ теленән БДИ-ны һайлай ала.

Ун беренсе синыфтарҙа сығарылыш дәүләт имтиханы рәүешендә үткән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында һайлау буйынса фәндәрҙән һынау үткәрелмәй. Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн эш төрҙәре лә башҡасараҡ. Уларҙың демонстрацион варианттары 10 февралгә тиклем Педагогик үлсәмдәр федераль институтының рәсми сайтында ҡуйыласаҡ. Сығарылыш дәүләт имтиханының төп осоро 24-енән 28 майға тиклем тәғәйенләнгән. Шулай уҡ өҫтәмә осоро 3-өнән 17 сентябргә тиклем уҙасаҡ. Был иһә билдәләнгән ваҡытта һынау тапшырмағандарға аттестат алыу мөмкинлеген бирә.
Читайте нас: